Всероссийское СМИ "Время Знаний". Возрастная категория 0+

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379

Свидетельство о регистрации СМИ ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г. (скачать)


Интегрированное занятие в подготовительной группе "Мы уже взрослые, дорога нас ведет в школу" на башкирском языке

- Обобщать знания, полученные в детском саду - Развитие связной выразительной речи детей, увеличение словарного запаса - Укреплять навыки мышления, полноты ответа, быстрого счета, умения использовать слова и словосочетания в разное время, считать - Воспитывать любовь к школе, книге, любопытство, бережливость, уважение к труду учителя, чувства уважения, любви.

Посмотреть публикацию
Скачать свидетельство о публикации
(справка о публикации находится на 2 листе в файле со свидетельством)

Ваши документы готовы. Если у вас не получается скачать их, открыть или вы допустили ошибку, просьба написать нам на электронную почту konkurs@edu-time.ru (обязательно укажите номер публикации в письме)

“Беҙ инде хәҙер ҙурҙар,

мәктәпкә илтә юлдар”

(Әҙерлек төркөмөндә асыҡ дәрес)

Тәрбиәсе:Иҫәнбаева С.Ф.

2023 й.

Маҡсат:

-Балалар баҡсаһында өйрәнгән белемдәрҙе дөйөмләштереү;

-Балаларҙың бәйләнешле тасуири телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу;

- Фекер йөрөтөү, тулы яуап биреү, тиҙ иҫәпләү күнекмәләрен үткәреү, һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе төрлө ваҡытта ҡуллана алыуҙарына ирешеү,һанау эшмәкәрлеген нығытыу ;

-Мәктәпкә, китапҡа һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, һаҡсыллыҡ, уҡытыусы хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләү, ихтирам, һөйөү хистәре уятыу.

Йыһазландырыу: һүрәттәр, әкиәттәргә иллюстрациялар, хәрефтәр,ребустар,геометрик фигуралар, аудио яҙма.

Әҙерлек эше:

-Сюжетлы-ролле уйын “Мәктәп”.

-Әкиәттәр менән танышыу.

-Мәктәп, китап тураһында әңгәмә.

-Мәҡәлдәр өйрәнеү.

-Дидактик уйындар.

Белем биреү өлкәләренең интеграцияһы: “Математика”,” Телмәр үҫтереү”,” Тирә-яҡты өйрәнеү”, “Аралашыү”,” Музыка”, “Физик культура”.

Дәрес барышы

Ойоштороу:

-Һаумыһығыҙ балалар! Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ һәм буласаҡ уҡытыусығыҙ Мәүсилә Исмәғил ҡыҙы килгән,әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек.

Төп өлөш:1) Мәктәп тураһында әңгәмә.

Нисә йыл инде бына,

Майҙың ошо көнөндә

Беҙҙең матур баҡсабыҙға

Мәктәптән хәбәр килә.

Беҙҙең баҡса балаларын

Уҡытыусы апайҙар,

Беренсе синыфҡа тип ,

Мәктәпкә саҡыралар.

-Балалар һеҙ мәктәпкә барырға әҙерһеҙме?

Улай булғас хәҙер тикшереп ҡарайбыҙ.

Бер йомаҡ тыңлағыҙ әле:

Уҡырға ла өйрәтә,

Яҙырға ла өйрәтә.

Уны белә һәр кеше,

Ул була (уҡытыусы)

1 –се сентябрь һеҙ мәктәпкә бараһығыҙ, һеҙҙе кем ҡаршы ала ?(уҡытыусы)

Мәктәптә уҡыған балаларҙы кем тип атайҙар? (уҡыусылар)

Уҡыусылар ниндәй билдәләрҙе бик яраталар? (5-ле ,4-ле)

Ошо билдәләрҙе алыр өсөн бик тырышып уҡырға, уҡытыусы апайҙы тыңларға кәрәк.

2) Һүрәттәрҙән һүҙ төҙө .Өн-хәреф уйыны.

- Ә хәҙер әйҙәгеҙ бер уйын уйнап алайыҡ.

К- КИШЕР,И-ИКМӘК, Т-ТУП, А-АЛМА, П-ПЕНАЛ.

-Ниндәй һүҙ килеп сыҡты

-Китап тураһында нимәләр беләһегеҙ

Йомаҡ

Ҡат-ҡат ҡатлама,

Аҡылың булһа ташлама.

Мәҡәлдәр

Китап –белем шишмәһе

Уҡыған кеше уңыр- уҡымаған туңыр

Китап уҡыһаң белемең артыр-уҡымаһаң белгәнең онотолор

Урманға сәйәхәт.

-Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән сәйәхәткә сығабыҙ,тик юлда һынауҙар буласаҡ, һеҙ әҙерме?

Ял минуты:

Балалар,балалар

Урман буйлап баралар.

Тәбиғәтте ҡарайҙар,

Ҡояштың йылыһына,

Ҡулдарын йылыталар,

Күбәләк күҙәтәләр,

Уның кеүек осалар:

Бер,ике,өс,дүрт,биш.

Сәскәләрҙе йыялар:

Берәү,икәү,өсәү,дүртәү,бишәү.

Гөлләмәләр эшләйҙәр.

Беҙ урманға килеп еттек, юлда нимә күрәһегеҙ? (Алмағас)

Артабан юлды дауам итәр өсөн Алмағасҡа ярҙам итәргә кәрәк:

“Минең алмаларымды ашаһағыҙ юлығыҙ уңыр”-ти Алмағас.

-Был Алмағас ниндәй әкиәттән ?(“Ҡаҙҙар –аҡҡоштар”)

-Дөрөҫ, афарин!

-Беҙгә берәмләп сығып Алмағастың алмаларын ашарға кәрәк.

1) Шарадалар (Уйын-йомаҡтар)

Бер өлөшө , ай-һай әсе,

Икенсеһе төҫ була...

Бергә ҡушып, ҡороп ҡуйғас,

Ҡуян эләгеп ҡуя.(тоҙ-аҡ)

Тоҙаҡ һүҙен аңлатыу.

2) Аҡ һүҙенән яңы һүҙҙәр уйлау

(Аҡ-аҡлан,аҡса,аҡһаҡал,аҡһыл,аҡһым,аҡман,аҡыл,аҡтыҡ.)

3)Ҡуян тураһында хикәйә төҙөү( Синквейн)

Ял минуты:Уйын :“Йәнле-йәнһеҙ тәбиғәт”

Алтын һарайға сәйәхәт.

-Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.

-Беҙ Алтын һарайға килеп еттек, һеҙгә бер сер әйтәм, ошо һарай эсендә тылсымлы һандыҡ бар, һандыҡ эсендә нимә бар икәнен белгегеҙ киләме?

-Минең дә белгем килә, тик һарайға инер өсөн асҡысын табырға кәрәк.Ҡайһы асҡыс икән, белмәйһеҙме?

1Асҡыс:Ребустар

2Асҡыс :Геометрик фигуралар менән эш.

3Асҡыс :Һорау-яуап.

*Бер аҙнала нисә көн?

*Хәҙер ниндәй йыл миҙгеле?

*Беҙҙең Республикабыҙ нисек атала?

*Башҡортостандың баш ҡалаһы?

*Ауылыбыҙ нисек атала?

4Асҡыс:Ҡыҙыҡлы күнекмәләр.

*Әсәйҙең ҡыҙы Алһыу,улы Наил, эте Һарыбай, бесәйе Мыраубикә булған.Әсәйҙең нисә балаһы булған?

*Ағас башында 4 ҡош ултыра,2-һе ҡарға, ә ҡалғандары сыйырсыҡ.Ағас башында нисә сыйырсыҡ ултыра?

*Ике атта нисә аяҡ?

*Өс бүрелә нисә күҙ?

*Өсмөйөштөң нисә мөйөшө бар?

*Бер ҡулда нисә бармаҡ, ә ике ҡулда?

*Өс бесәйҙең нисә ҡойроғо?

-Бына балалар асҡысты таптыҡ, әйҙәгеҙ асып ҡарайыҡ нимә икән һандыҡ эсендә.Бында бит йондоҙҙар, яҡшы яуап биргән балаларға.

(Бүләктәр тапшырыү)

Йомғаҡлау:

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән мәктәп тураһында һөйләштек. Һеҙ инде белем донъяһының беренсе баҫҡысын үтеп бараһығыҙ.Ул-балалар баҡсаһы.Икенсе баҫҡыс- мәктәп, белем алыуҙың ҙур тормош юлы.

-Һеҙ балалар баҡсаһында нимәләргә өйрәндегеҙ?

-Бөгөнгө дәрес оҡшанымы?

-Нимәләр эшләнек дәрестә?

-Ошоноң менән дәресебеҙ тамам, мин һеҙгә уңыштар теләйем, тырышып уҡығыҙ, уҡытыусы апайығыҙҙы тыңлағыҙ,татыу, бер –берегеҙгә ярҙам итеп уҡығыҙ!

Время Знаний

Россия, 2015-2024 год

Всероссийское СМИ - "Время Знаний"
Выходные данные
Издатель: ИП Воробьев И.Е.
Учредитель и главный редактор: Воробьев И.Е.
Электронная почта редакции: konkurs@edu-time.ru
Возрастная категория 0+
Свидетельство о регистрации ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г.
выдано Роскомнадзор
Обновлено по состоянию на: 03.05.2024


Правообладатель товарных знаков
ВРЕМЯ ЗНАНИЙ (Св-во №779618)
EDUTIME (Св-во №778329):
Воробьев И.Е.

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379 выдана Министерством образования и науки Самарской области