Всероссийское СМИ "Время Знаний". Возрастная категория 0+

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379

Свидетельство о регистрации СМИ ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г. (скачать)


Назар Нажми ” Ҡыш” шигыры.

Назар Нажми тураһында ҡыҫҡаса маглумат биреу, шигырҙың йукматкеһен уҙлаштереу, тасуири уҡыу кунекмаларен уҫтереу, уҡыусыларҙың куҙатеусанлеген уҫтереу, уҡыусыларҙың телмарен, логик фекерлауен, һуҙлек байлыгын арттырыу , ҡышҡы табигатка һоҡланыу тарбиалау

Посмотреть публикацию
Скачать свидетельство о публикации
(справка о публикации находится на 2 листе в файле со свидетельством)

Ваши документы готовы. Если у вас не получается скачать их, открыть или вы допустили ошибку, просьба написать нам на электронную почту konkurs@edu-time.ru (обязательно укажите номер публикации в письме)

Тема: Назар Нәжми ” Ҡыш” шиғыры.

Маҡсат: : Назар Нәжми тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, уҡыусыларҙың күҙәтеүсәнлеген үҫтереү, уҡыусыларҙың телмәрен, логик фекерләүен, һүҙлек байлығын арттырыу , ҡышҡы тәбиғәткә һоҡланыу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ноутбук, компьютер,экран, ҡыш темаһына һүрәттәр, презентация, дәреслек «Башҡорт теле», 6 класс.

Дәрес барышы

I.Ойоштороу мәле.

Ҡулдарҙы ҡулға тотайыҡ,

Ҡулдан йылы йүгерһен,

Бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ,

Күңелдән-күңелгә нур инһен.

- Әйҙәгеҙ бер- берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ ҙа, урындарығыҙға ултырығыҙ.

II. Артикуляцион –фонетик күнегеү

1. Ә хәҙер, телде шымартып алырға тәҡдим итәм. Минең артымдан ҡабатлағыҙ

а) Ыш-ыш-ыш

Беҙгә килде һалҡын ҡыш

б)Һыу-һыу-һыу

Һыуыҡта биттәр алһыу.

Ҡыш булғас,ҡар яуғас

Бар ағас яланғас.(Р.Ғарипов)

Тышта ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа

Әйҙә,сығайыҡ,

Саңғы шыуайыҡ. (Ҡ.Даян) (слайд 1)

(мин уҡығанда презентация ҡышҡы тәбиғәт, урман күрһәтелә)

III. Уҡыу мәсъәләһен ҡуйыу.

Эйе, дөрөҫ. Беҙ ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшербеҙ, һүҙлек байлығыбыҙҙы арттырбыҙ, ҡыш тураһында шиғыр уҡырбыҙ.

IV. Өйгэ эште тикшереу.

Һеҙгә ниндәй өйгә эш бирелде? “Светофор” шиғырын тасуири уҡырға.

Был ниндәй төҫ? (ҡыҙыл, һары, йәшел)

V.Төп өлөш.

Ә хәҙер дәфтәрҙәребеҙҙе асабыҙ. Бөгөнгө числоны, класта эш тип яҙабыҙ. Таҡтаға һәм урында һүҙҙәр яҙабыҙ. Тик ике бағанаға яҙырға кәрәк. Бер бағанаға ҡыш тураһындағы һүҙҙәрҙе, ә бында башҡа һүҙҙәрҙе яҙабыҙ.

Ҡыш бабай, ямғыр, һары, яуа, мәктәп,саңғы, һыуыҡ,буран, икмәк, алтмыш, ҡыш,бесәй, ҡар бөртөктәре.

Һүҙҙәрҙе яңынан уҡығыҙ.

Шулай итеп, беҙ бөгөн Назар Нәжми тураһында һөйләшәбеҙ.

1. Н.Нәжми тураһында белешмә биреү.

Н.Нәжми (1918-1999) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуған. 30-ҙан ашыу китап авторы. Күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған. А.С. Пушкиндың, М. Ю. Лермонтовтың, Н.А. Некрасовтың, Р. Ғамзатовтың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992). А. М. Горький исемендәге дәүләт премияһы, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты. 2008 йылда уның тыуыуына 90 йыл булды.

(фотоальбом, башҡорт әҙәбиәтенән электрон дәреслек,)

2. “Ҡыш” шиғыры буйынса эш.

Беҙ һеҙҙең менән бөгөн Назар Нәжминең “Ҡыш” шиғыры менән танышырбыҙ. Иң тәүҙә һүҙлек эше үткәрәйек.

1) Һүҙлек эше:

ялан, ҡыр, баҫыу – поле

тынғандар - успокоились

мамыҡ юрған --ватное одеяло

хәл йыя – отдыхает

шикелле – кажется

йылытмай – не греет

маһайып – зазнаваясь

ыжғыра – воет

һыҙғыра- свистит

хәлһеҙ – без сил

2) Электрон дәреслектән тыңлау.

Хәҙер һеҙгә диктор һөйләп күрһәтер. һеҙ ҡарап барығыҙ.

3)Һорауға яуап биреү.

- Шиғыр нимә тураһында?

- О чем стихотворение?

-Эйе, ҡыш тураһында ,о зиме. Ҡыш тураһында тураһында икәнен ниндәй һүҙҙәрҙән белдегеҙ?

- По каким строчкам, словам вы узнали, что это стихотворение про зиму?  (Ҡар яуған, ап-аҡ ҡар һ.б)

4) Үҙ аллы, диктор менән бергә уҡыу .

5) Сылбырлы уҡыу ( хаталы булһа төҙәтеү)

6) Бер нисә уҡыусынан куплетлап уҡытыу.

7) Күҙҙәребеҙ арып киткәндер.Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ.

Физ.минутка.

8) Төркөмдәрҙә эш.

Тимәк, шиғырҙа нимә тураһында һүҙ барҙ ы?

1-се төркөмгә шиғырҙан ҡар тураһында юлдарҙы таба, тәржемә итә.

2-се төркөмгә шиғырҙан ҡояш тураһында юлдарҙы таба, тәржемә итә.

3-сө төркөмгә шиғырҙан ел тураһында юлдарҙы таба,тәржемә итә.

(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, һорауҙарға яуап биреү)

8) Йомғаҡлау

Ә һеҙ ҡыш тураһында русса ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? Авторҙарын беләһегеҙме?

(А.С.Пушкин, Федор Иванович Тютчев «Зима недаром злится», «Чародейкою Зимою», Афанасий Афанасьевич Фет «Чудная картина», «Если зимнее небо звездами горит»).

VI. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1.Ә ҡыш тураһында һынамыштар беләһегеҙме? Вы знаете приметы о зиме?

Бесәй йомарланып ятһа – һыуыҡ була.

Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡ була.

Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.

Бәҫ күп булһа, бал күп булыр.

2.Ҡыш тураһында йомаҡтар ҙа бар

Есть и загадки про зиму, попробуем отгадать их.
Аҡ бабай, аҡ бабай,

Аҡ туныңды ҡаҡ бабай!

Ҡыш

Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,

Үҙе һүрәт төшөрә.

Һыуыҡ

Йәйен түгел, үҫә ҡыш.

Үҫә баш түбән килеш.

Боҙбармаҡ

Шәкәр тиһәң, шәкәр түгел,

Һөт тә түгел, үҙе аҡ,

Мамыҡ тиһәң, мамыҡ түгел,

Йә, был нимә? Уйлап тап!

(ҡар)

3.Уйын “Ҡышлаусы ҡоштар”.

Беҙ һеҙҙең менән ҡоштар исемдәрен беләбеҙ.Ошонан дөрөҫ итеп ҡышлаусы ҡоштарҙы табырға кәрәк.

VII.Йомғаҡлау.

Эйе, ҡыш- бик матур миҙгел. Шағирзар шиғырзар, композиторзар йырзар ижад иткән.

Хәҙер беҙ ҙә бер йыр тыңлайбыҙ. Йыр нимә тураһында булыр икән?

“Ҡар бөртөктәре” йырын тыңлау.

VIII. Рефлексия. Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Кемдең шиғыры менән таныштыҡ? Ниндәй яңы һүҙҙәр белдең бөгөн дәрестә? Яҡшы, афариндар

IX. Өйгә эш биреү.

Шиғырҙы тасуири уҡырға.

Шиғыр йөкмәткеһенә ҡарата һүрәт төшөрөп килергә.

X. Баһалау

Дәрес бөттө .Һау булығыҙ.

Время Знаний

Россия, 2015-2024 год

Всероссийское СМИ - "Время Знаний"
Выходные данные
Издатель: ИП Воробьев И.Е.
Учредитель и главный редактор: Воробьев И.Е.
Электронная почта редакции: konkurs@edu-time.ru
Возрастная категория 0+
Свидетельство о регистрации ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г.
выдано Роскомнадзор
Обновлено по состоянию на: 08.05.2024


Правообладатель товарных знаков
ВРЕМЯ ЗНАНИЙ (Св-во №779618)
EDUTIME (Св-во №778329):
Воробьев И.Е.

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379 выдана Министерством образования и науки Самарской области