Всероссийское СМИ "Время Знаний". Возрастная категория 0+

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379

Свидетельство о регистрации СМИ ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г. (скачать)


Сценарий на башкирском языке

Утренник 8 марта в старшей группе

Посмотреть публикацию
Скачать свидетельство о публикации
(справка о публикации находится на 2 листе в файле со свидетельством)

Ваши документы готовы. Если у вас не получается скачать их, открыть или вы допустили ошибку, просьба написать нам на электронную почту konkurs@edu-time.ru (обязательно укажите номер публикации в письме)

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы

102-се башҡорт балаларбаҡсаһы

муниципаль бюджет мәктәпкәсә мәғариф учрежденияһы

8 матр халыҡ-ара хатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек

(өлкәндәр төркөмөндә)

Үткәрҙе: Муртазина Ю.З.

Өфө ҡалаһы

Зал матур биҙәлгән. Көй башлана. Балалар килеп инәләр.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ балалар, ата-әсәйҙәр һәм дә ҡунаҡтар!

Бөгөн беләһегеҙме ниндәй иртәлеккә йыйылдыҡ?

Балалар: Эйе, 8 март хатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлеккә йыйылдыҡ.

Алып барыусы: Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Был байрамыбыҙ мөләйем әсәйҙәребеҙгә, матур ҡыҙҙарға һәм хөрмәтле өләсәйҙәргә арналған.

Әсәйҙән яҡын, был донъяла,

Һис берәү ҙә юҡ.

Унан башҡа йәшәүҙең,

Бер йәме лә юҡ.

Ерҙең һулышы, йылы,

Әсәйҙәр булғанға.

Зәңгәр күк йондоло,

Әсәйҙәр булғанға!

Алып барыусы: Здравствуйте, дорогие гости! Сегодня у нас очень добрый, весенний праздник, который посвящаеется вам, дорогие мамы и бабушки!

Чтоб сегодня вы улыбались,

Ваши дети для вас постарались,

Поздравленья вы наши примите

Выступленья детей посмотрите.

Марсель:

Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы-

Һигеҙенсе март бөгөн

Байрам булғас,бигрәк йәмле,

Барыбыҙҙа шат бөгөн.

Ильфир: Восьмое марта - праздник мам

тук-тук стучится в двери к нам,

Он тольков тот приходит дом,

где помогают маме.

Амир: Бөгөн байрам, йәмле байрам

Ҙур сәхнә беҙҙең ҡулда.

Ысын күңелдән әсәйҙәрҙе

Ҡотлай һәр бер ҡыҙ, ул да.

Йыр «Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы».

Тагир : Ҡояш нурҙарын һибә,

Ниндәй күңелле миңә

Алһыу нурҙар түгелә

Уйнағым көлгөм килә.

Бейеү- йыр «Мы запели песенку».

Балалар ултырышалар.

Алып барыусы: Ой ребята, тише, тише,г де-то здесь шаги я слышу.

Доготайтесь, детвора, кто же к нам идет сюда?

Ну, конечно, это он – дядя Печкин – почтальон!

(Хат ташыусы керә)

Хат ташыусы: Һаумыһығыҙ балалар, һеҙгә мөмкинме?

Алып барыусы:Һаумыһығыҙ, түрҙән уҙ.

Хат ташыусы: Мин, хат ташыусы- Печкин! Һеҙҙең малайҙарға һәм ҡыҙҙарға посылка килтерҙем. Һәм бында хатта «Иң шаян ҡыҙҙарға- малайҙарға һәм мөләйем әсәйҙәр» тип яҙылып та ҡуйылған. Бармы шундайҙар?

Алып барыусы: Әлбиттә, бына әсәйҙәр, ә бына балалар.

Бөтәһе лә йыйылғандар бында.

Хат ташыусы: Туҡтағыҙ,мин һеҙгә, тик был посылканы бит, бирә алмайым.

Алып барыусы: Ни өсөн?

Хат ташыусы: Ни өсөн, тейһегеҙме? Ә миңә документты кем күрһәтә? Кемегеҙҙең исеменә тергеҙҙәйем был посылканы? Һеҙ күп, ә посылка берәү генә.

Алып барыусы: Беҙҙә бер ниндәй ҙә документ юҡ шул, беҙ бит бында 8 март байрамын ғына билдәләп үтергә йыйналған инек. Беҙҙең әсәйҙәребеҙгә тәғәинләнгәндер моғайын, был посылка...

Хат ташыусы: Аңлап торам, ләкин тәртип тәк тәртип, документһыҙ рөхсәт ителмәй бирергә.

Алып барыусы: Уҫалһың да инде һин, Печкин. Бөгөн ниндәй күркәм байрам, ә һин уны боҙаһың...

Хат ташыусы: Яңғыҙ йәшәгәнемә күрә, бәлки уҫалмындыр ҙа. Күңелһеҙ миңә. Минең дә һеҙҙең кеүек күңел асым, һеҙҙе ҡарап сәй эсем ултырғым килә, байрамдар ҙа бит тәмлекәстәр менән һыйлайҙар ҙа инде, шулаймы?!

Алып барыусы: Әйҙә үт һин өҫтәл янына, сәй эсеп ал.

Хат ташыусы: Ҙур рәхмәт, бик тәмле булды. Һеҙҙә күңелле, рәхәт.

Алып барыусы: Печкин, ә һин уйнарға яратаһыңмы?

Хат ташыусы: Эйе лә, тик...миңең уйнарға ваҡытым да юҡ шул, эш тә эш, ә бына хәҙер ,йәш саҡты иҫләп һелкенеп алыр инем. Мин йәш саҡта бик етеҙ һәм отҡор инем...!

Алып барыусы: Печкин, әйҙә һин беҙҙең балалар менән уйнап ал, әгәрҙә еңелһән посылка беҙҙә ҡала, еңһән инде, алып китерһең.

Хат ташыусы: Ярай һеҙ әйткәнегеҙсә булһын.

Уйын «Ултырғысҡа ултыр »

Ысынлап та һеҙ бик тиҙ һәм отҡор булып сыҡтығыҙ, еңеүсегә посылканы тапшырам. Мин киттем балалар тағы ла тапшыра торған хаттар һәм телеграмалар бик күп әле (сумкаһын күрһәтә). Һаубулығыҙ малайҙар һәм ҡыҙҙар.

Алып барыусы еңеүсе менән бергә посылканы асып ҡарай, унда хат һәм ҡумта.

Алып барыусы: Балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәй тылсымлы һәм матур ҡумта. Ә,бында тағы ла хат бар.Уҡып китәйем әле.

«Хөрмәтле әсәйҙәр һәм кескәйҙәре! Был ҡута, бик тылсымлы, сөнки бөтә әсәйҙәрҙең теләктәре йыйылған. Минә был теләктәрҙе һәм хыялдарҙы яҙғы елдәр, беренсе тамсылар, шат турғайҙар еткерҙе. Мин был теләктәрҙе бик оҙаҡ ҡараным һәм бөтә әсәйҙәрҙең теләктәре бер. Һәм балалар, бөгөн байрамда был теләктәрҙе үтәп, әсәйҙәрҙе ҡыуандыра алаһығыҙ! Хатымды ошо урында тамамлайым, һеҙҙгә сәләмәтлек теләп Яҙһылыу.

Әйҙәгеҙ ҡумтаны асып ҡарайбыҙмы? (Балалар:Эйе! )

Ихтибар,ихтибар- беренсе теләк:

«Мин улымдың батыр, ғорур бала булып үҫеүен теләйем»-тип яҙылған был теләктә.

Ысынлап та һәр әсә лә үҙ улы өсөн борсола,ләкин улар үҫеп еткәс әсәйҙәренең ысын ярҙамсыһы һәм ҡурсалаусыһы булырҙар.Егеттәр әйҙәгеҙ һеҙҙең йондоҙло сәғәтегеҙҙең ваҡыты етте.

Малайҙар башҡарыуында «Ты не бойся мама » бейеүе.

Алып барыусы: А наши девочки не хотят стоять в сторонке,

Все мило улыбаются, как мамы наряжаются

На подиум выйти скорее хотят,

Чтоб в платье красивом себя показать.

Йыр-бейеү ҡыҙҙар башҡарыуында « Ох какая модница»

Алып барыусы: Хәҙер, әйҙәгеҙ әле, мин әйткән йомаҡты сисеп

ҡарағыҙ, кемгә тәғәинләнгән икән был теләк .

Сәй ҡайната,аш бирә

Ә коймаҡтымы...

Тел йоторлоҡ бешерә.

Кем икән ул?

Балалар: Өләсәйгә.

Өләсәйем оло булһа ла мин уны яратам һәм ҡотлағым килә...

Өләсәй тураһында йыр.

Алып барыусы: Пора еше конверт достать

Желанье мамы прочитать(алып уҡыйбыҙ)

Когда я маленькой была, из соски молочка пила,

И кашу манную ела...как быстрот время пролетело!

Нельзя ли в детство заглянуть, хотя б на несколько минут?

Конечно, сегодня все можно!

И вот, дорогие мамы, вы уже снова деточки ,

«Пора завтракать!» - приглашают вас к столу взрослые.

1. Игра соревнование «Завтрак для малыша». 2-3 мамы, надевают чепчик и слюнявчик. Дети их кормят ложечкой йоугортом.

2. Игра «Хороши оладушки у нашей бабушки»

Алып барыусы: Әйҙәгеҙ, һуңғы теләкте уҡып үтәйек:

Ҡотлау: Хөрмәтле өләсәйҙәр, яғымлы әсәйҙәр һеҙҙе 8март байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һаулыҡ, бәхеттәр, шатлыҡтар һәм йөҙөгөҙҙән йылмайыуҙар китмәүен теләйбеҙ!

Йыр «Бейейбеҙ беҙ баҡсала»

Алып барыусы: Ҡарҙы тишеп сәскә сыға,

Гөрләп тора алһыу таңдар.

Әсәйҙәр бйрамы менән,

Башланалар зәңгәр яҙҙар.

Время Знаний

Россия, 2015-2024 год

Всероссийское СМИ - "Время Знаний"
Выходные данные
Издатель: ИП Воробьев И.Е.
Учредитель и главный редактор: Воробьев И.Е.
Электронная почта редакции: konkurs@edu-time.ru
Возрастная категория 0+
Свидетельство о регистрации ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г.
выдано Роскомнадзор
Обновлено по состоянию на: 17.05.2024


Правообладатель товарных знаков
ВРЕМЯ ЗНАНИЙ (Св-во №779618)
EDUTIME (Св-во №778329):
Воробьев И.Е.

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379 выдана Министерством образования и науки Самарской области