Всероссийское СМИ "Время Знаний". Возрастная категория 0+

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379

Свидетельство о регистрации СМИ ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г. (скачать)


Я люблю тебя Башкортостан

Воспитание любви к Родине

Посмотреть публикацию
Скачать свидетельство о публикации
(справка о публикации находится на 2 листе в файле со свидетельством)

Скачать справку о публикации
Ваши документы готовы. Если у вас не получается скачать их, открыть или вы допустили ошибку, просьба написать нам на электронную почту konkurs@edu-time.ru (обязательно укажите номер публикации в письме)

Мин ғашиҡмын һиңә,Башҡортостан!

Башҡортостан-тыуған республикам!

Шундай гүзәлһең һин илкәйем.

Ниндәй генә төҫкә инһәң дә һин,

Яратамын,тыуған еркәйем.

Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Минең өсөн Тыуған ер – тыуған, торған ил генә түгел, ә йөрәктең түрендә иң ҙур урын алған, аңлатып бөтмәҫлек, һоҡланып туймаҫлыҡ төшөнсә.

“Картаға ҡарап,еремде:

-Бер япраҡ саҡлы,- тинем,

Мин хайранмын киңлегеңә

Башҡортостаным-илем!” (Мостай Кәрим)

Ысынлап та, картаға ҡараһаҡ, беҙҙең ил бәләкәс кенә булып ятҡан кеүек тә, әммә уның тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы, ә тәбиғәтенә һоҡланып туйғыһыҙ. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын, ҡуйы ағастарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, йылғаларын күреп хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғыңдың һайрар ҡоштары ла, хуш еҫле сәскәләре лә, хатта әреме лә – хозурлыҡтың хозуры. Тыуған илкәйемдең тәбиғәтенең гүзәллеген, нәфислеген һөйләп тә, көйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул.

Тыуған ерем-Башҡортостаным! Күпме тәрән уйҙар, тулҡынландырырлыҡ хистәр уята минең күңелемдә был ҡәҙерле һәм изге һүҙҙәр. Ысынлап та, кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған Иҫке Сибай ауылының Һары шишмәһе һыуын эсеп, урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, гөрләп уйнап үҫкән бала сағым, гонаһһыҙ сабый сағым иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, уңдырышлы ҡара тупраҡ еҫен, хуш еҫле ҡара икмәк тәмен дә һиндә генә генә белдем, гүзәл илем! Ысынлап та, иң яҡшы тойғоларҙы тик һиндә генә тойҙом, ғәзиз илем! Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең киң ялан-баҫыуҙарыңды, мөһабәт тауҙарыңды, болоттарға ашҡан ҡаяларыңды, сылтырап аҡҡан шишмәләреңде мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Сит ерҙә йөрөһәм, хатта ай-йондоҙҙарҙың балҡышы ла икенселәй кеүек тойолор. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы, болондарҙа кешнәп сапҡан йылҡыларың миңә шул ҡәҙәрем яҡын! Мин яратам һине, Башҡортостан!

“Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

Гел хәтерҙә,гел генә:

Донъяла бит ,әсә кеүек,

Тыуған ер ҙә бер генә.” (Абдулхаҡ Игебаев)

Башҡортостан! Мин ғорурланам ошо изге ерҙә тыуып, үҫкәнем өсөн. Сикһеҙ бәхетлемен ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран булырлыҡ!

Башҡортостаным-минең тыуған ерем,

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.

Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә

Йәшәү-минең барлыҡ теләгем.

Эсәр һыуҙарыбыҙҙы, һулар һауаларыбыҙҙы бысрамаҫҡа, урмандарыбыҙҙы ҡоротмаҫҡа мин вәғәҙә бирәм! Гел генә һине яҡлап, һаҡлап торасаҡмын! Башҡортостан! Һинең гүзәллегеңә тиң булырлыҡ ерҙәр ҙә юҡ. Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән-бер тыуған илем! Мин ғашиҡмын һиңә, бөйөк, гүзәл республикам!

“Кислородһыҙ йәшәп булмағандай,

Мин был илһеҙ йәшәй алмайым”(Хәниф Кәрим)

Время Знаний

Россия, 2015-2024 год

Всероссийское СМИ - "Время Знаний"
Выходные данные
Издатель: ИП Воробьев И.Е.
Учредитель и главный редактор: Воробьев И.Е.
Электронная почта редакции: konkurs@edu-time.ru
Возрастная категория 0+
Свидетельство о регистрации ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г.
выдано Роскомнадзор
Обновлено по состоянию на: 16.04.2024


Правообладатель товарных знаков
ВРЕМЯ ЗНАНИЙ (Св-во №779618)
EDUTIME (Св-во №778329):
Воробьев И.Е.

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379 выдана Министерством образования и науки Самарской области