Всероссийское СМИ "Время Знаний". Возрастная категория 0+

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379

Свидетельство о регистрации СМИ ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г. (скачать)


Обучение английскому языку на основе башкирского языка в малокомплектной начальной школе с применением ИКТ

Обучение английскому языку на основе башкирского языка

Посмотреть публикацию
Скачать свидетельство о публикации
(справка о публикации находится на 2 листе в файле со свидетельством)

Ваши документы готовы. Если у вас не получается скачать их, открыть или вы допустили ошибку, просьба написать нам на электронную почту konkurs@edu-time.ru (обязательно укажите номер публикации в письме)

Тема: Аҙ комплектлы мәктәптәрҙә заманса технологиялар ҡулланып башҡорт теле нигеҙендә инглиз  телен өйрәнеү

Маҡсат: башҡорт теле, әҙәбиәте нигеҙендә инглиз телен өйрәнеү

Бурыстар һәм мәсьәләләр.

·        Уҡыусыларҙың инглиз теле дәрестәрендә телмәр компетентлылығын үҫтереү юлдарын асыҡлау, үҫешен тәьмин итергә йүнәлтелгән дидактик материал туплау һәм системалаштырыу.

·        Һәр уҡыусыға инглиз телен практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыу.

·        заманса технологиялар ҡулланып башҡорт теле нигеҙендә инглиз  телен өйрәнеү

·        Уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

·        Теоретик нигеҙҙәрен билдәләү, ҡулланыу юлдарын күрһәтеү.

Төп өлөш:

Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең ижад емеше. Кешенең тормошо тел менән бәйле.

Туған тел- һәр белемдең нигеҙе.Һәр телдең артикуляцион базаһы бар,был тел ағзаларының хәрәкәте, торошо менән бәйле. Үҙ телендә һөйләгәндә уҡыусы ул турала уйламай,сөнки туған телдә һөйләшеү бәләкәстән тулыһынса автоматлаша.

Әлбиттә, үҙ телен яҡшы белгән кеше сит ил телен дә яҡшыраҡ үҙләштерә. Инглиз һәм башҡорт телдәрендә оҡшаш өндәр бар - был яҡтан башҡорттарға һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, дөрөҫ ятларға еңелерәк. Икенсе яҡтан, башҡорт телен белгән кеше генә инглиз телен еңелерәк өйрәнә, тип тә әйтеп булмай. Телде өйрәнеү күп нәмәнән тора: беренсенән, уҡытыусынан, икенсенән, кешенең һәләтенән, өсөнсөнән, иң мөһиме - уның тырышлығынан. Уҡытыусы йүнләп уҡытмаһа, башҡорт теле һиңә нисек ярҙам итһен? "Башҡорт теле аша инглиз телен уҡытабыҙ", тигән фекер ҙә йөрөй. Мин бының менән һис тә риза түгелмен, башҡорт теле нигеҙендә, тиһәк - дөрөҫөрәктер.

Инглиз теле дәрестәрендә башҡорт теленә таяныу уйланылған һәм маҡсатлы булырға тейеш.

Бигерәктә башланғыс кластарҙа был алымды ярҙамсы сифатында ҡулланыу урынлы. Инглиз телен өйрәнеүҙең башланғыс этабында инглиз һәм башҡорт телендәге оҡшаш өндәрҙең булыуы уңайлы (мәҫәлән, теш араһы өнө [θ] һәм [∂], танау [η ]) өндәре менән оҡшаш Мәҫәлән: беҙ - мы, һеҙ - вы (ҙ[∂].that, this, they), (ҫ[θ]thank, think) киҫеп,(long) [η]) һиңә-тебе, миңә - мне).

Туған телгә тағыла грамматик,лексик материалдарҙы өйрәнгәндә таянырға мөмкин,мәҫәлән: инглиз телендә лә,башҡорт телендә лә исемдәр күплектә ялғауҙар ярҙамында яһала ( балалар -children, teachers-укытыусылар ,books-китаптар).

Инглиз телендә, башҡорт телендәге кеүек, сифаттар зат һәм килеш менән үҙгәрмәй .Улар тик сағыштырыу дәрәжәһендә генә килә һәм был осраҡта һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыла.(long-longer-оҙон-оҙонораҡ).

Инглиз телен өйрәнеүҙә туған телгә таяныу текст менән эщләүҙә ярҙам итә, сөнки оҡшаш лексик составлы фразеологизмдар,дөйөм фразеологик идеялар бар ( Мәҫәлән: Яңғыҙ ҡарлуғас яҙ килтермәй. One swallow does not make a spring. Эт өрөп торор, кеше йөрөп торор . The dogs bark, but the caravan goes on; Һауалагы торнанан ерҙәге сәпсек якшы. A living dog is better than a dead lion. A drop of tar spoils a barrel of honey. Бер тамсы дегет бер мискә балды боҙа)

Төрлө структуралы телдәрҙәге оҡшаш фразеологик берәмектәрҙең булыуы кешелектең тирә-яҡ мөхит менән бәйләнештәге күп быуатлы тәжрибәһе менән бәйле. Халыҡ аҡылы мәҡәлдәрҙә асыҡ сағыла.Төрлө халыҡтарҙың мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен белеү уҡыусыларҙың сит телде белеү генә түгел, ә уның халҡының мәҙәниәтен,характерын, менталитетын яҡшы өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Күп кенә йомаҡтар,бөтөнләй үҙгәрешһеҙ, быуындан быуынға күп быуаттар буйына тапшырыла

Мәҫәлән: Аяғы юҡ, ҡулы юҡ, һүрәт төшөрә ала. – Without hands and feel, but it can build a bridge. – Без рук, без ног, а рисовать умеет. Йомаҡтарҙы, әйтемдәрҙе ҡулланыу инглиз телен яҡшыраҡ үҙләштерергә,һөйләмдәрҙең грамматик төҙөлөшөн өйрәнеүгә ярҙам итә. Әйтемдәрҙе ҡулланыу уҡыусыларға шулай уҡ, ҡыҫҡаса йомғаҡларға өйрәтә.Мәҫәлән : Кем эшләмәй – шул ашамай. – A cating loves catches no mice.(Без труда не вытащищь и рыбку из пруда) Ас кешенең асыуы яман. - A hungry man is an angry man (Голодное брюхо ко всему глухо)Был әйтемдәр уҡыусыларға [t], [tj]өндәрен үҙләштерергә лә ярҙам итә.Улар шулай уҡ a cat, gloves, catches, mice; a man, hungry, angry һүҙҙәрен телмәрҙә ҡулланырға ла өйрәтә.

Инглиз теленә тәржемә ителгән мультфильмдар уҡыусыларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уята.Улар аша уҡыусылар һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, тел байлығын арттыра,телмәр үҫтерә.Мультфильмдарҙың һәр өлөшөн ныҡлы өйрәнеү,телмәр итеү; яңы һүҙҙәрен яҙып алыу, шул уҡ ваҡытта грамматик күнегеүҙәр үтәү ҙә отошло.

Шулай итеп, башҡорт теле нигеҙендә инглиз телен өйрәнеү уҡыусыларҙың инглиз телен аңлы рәүештә үҙләштереүен күпкә еңеләйтә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Закирьянов К.З. Активное двуязычие: сущность и функционирование. – Уфа: Китап, 2011.

2. Латыпова Р.М. Важный источник по лексике башкирского языка // Наука и образование в XXI веке. 2013.

3.Нургалина Х.Б. Природа эмоциональной и стилистической маркированности фразеологических единиц. – Уфа, 2013.

Время Знаний

Россия, 2015-2024 год

Всероссийское СМИ - "Время Знаний"
Выходные данные
Издатель: ИП Воробьев И.Е.
Учредитель и главный редактор: Воробьев И.Е.
Электронная почта редакции: konkurs@edu-time.ru
Возрастная категория 0+
Свидетельство о регистрации ЭЛ № ФС 77 - 63093 от 18.09.2015 г.
выдано Роскомнадзор
Обновлено по состоянию на: 20.04.2024


Правообладатель товарных знаков
ВРЕМЯ ЗНАНИЙ (Св-во №779618)
EDUTIME (Св-во №778329):
Воробьев И.Е.

Лицензия на осуществление образовательной деятельности № Л035-01213-63/00622379 выдана Министерством образования и науки Самарской области